Все новости
Новости
4 Августа 2020, 14:00

Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма

Баҡсаларҙа емеш-еләк өлгөргән мәл. Крыжовник менән ҡурай еләгенән ҡайнатма - иҫ киткес татлы һәм файҙалы тәмлекәс. Әйҙәгеҙ, әҙерләп ҡарайыҡ!

Баҡсаларҙа емеш-еләк өлгөргән мәл. Крыжовник менән ҡурай еләгенән ҡайнатма - иҫ киткес татлы һәм файҙалы тәмлекәс. Әйҙәгеҙ, әҙерләп ҡарайыҡ!
700 г крыжовник, 300 г ҡурай еләге, 1,3 кг шәкәр, 1,5 стакан һыу кәрәк буласаҡ. Еләктәрҙе йыуып, таҫтамалға һалып киптерергә, ит турағыс аша үткәрергә йәки блендер менән иҙергә. Иҙмәне ҙур кәстрүлгә һалырға ла, шәкәр өҫтәп бутарға. Утҡа ҡуйып, туҡтауһыҙ бутап тороп, 15-20 минут ҡайнатырға. Күбеген алып торорға кәрәк. Әҙер ҡайнатма бәләкәй банкаларҙа һаҡлана.
Читайте нас: