Все новости
Новости
15 Июля 2020, 14:41

“Ирәндек моңдары” йыр бәйгеһе ҡайҙа һәм ҡасан үтәсәк?

Кисә Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев “Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсын уҙғарыу тураһында онлайн кәңәшмә уҙғарҙы.

“Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы Сибайҙа 2020 йылдың 21-22 авгусында уҙасаҡ. Был хаҡта Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының сайтында хәбәр ителә.
Конкурстың шарттарына ярашлы, унда 7 йәштән 16 йәшкә (16 йәшлектәр ҙә инә) тиклемге балалар, 17 йәштән 65 йәшкәсә үҙешмәкәр башҡарыусылар, 17 йәштән 45 йәшкә тиклемге профессиональ йырсылар ҡатнаша ала.
Балалар араһында конкурс 2020 йылдың 10 авгусында онлайн рәүештә үтә. Бер тур ҡаралған. Һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар араһында конкурс 2 турҙа уҙа: 1-се тур 2020 йылдың 10-11 авгусында онлайн режимда үтә. Тәүге турҙы уңышлы үтеүселәр 2-се турҙа ҡатнаша. Ул 21 август буласаҡ.
Гала-концерт һәм еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы 22 август Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында ойошторола.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 5 авгусҡа тиклем https://im.sibaytv.ru сайтында заявка бирергә һәм видеояҙма ҡалдырырға кәрәк. Һорауҙар буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенә (тел.: 8 347 289 65 50) йә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә (тел.: 8 (34775) 2-30-90, 2-28-97) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас: