Все новости
Новости
26 Июня 2020, 16:10

Сейә япраҡтарында ҡара таптар барлыҡҡа килеп, емеше ҡойола башланымы? Ағасығыҙҙы сейә бете баҫҡан булһа кәрәк

Сейәне нисек ҡотҡарырға? Бының өсөн түбәндәге кәңәштәр ярҙамға килер

Зарарланған ағастың япрағын яҡыныраҡ килтереп ҡарағанда ваҡ ҡына бөжәктәрҙе күрергә була. Уларҙы бөтөрөр өсөн иң яҡшыһы яҙын фуфанон, кемифос, карбофос кеүек препараттар менән профилактика үткәрергә кәрәк, әммә ағас сейәләнеп, емеше өлгөргән ваҡытта ла көрәшеү ысулдары юҡ түгел.
Химик препараттарға өҫтөнлөк биргән осраҡта “Фитоферм” тигәне менән һиптерергә була. Уның емешкә зыяны юҡ, ти белгестәр.
Әгәр ҙә был ысул һеҙҙә ышаныс тыуҙырмай икән, халыҡ кәңәштәре ярҙамға килер: бер биҙрә йылы һыуҙа кер һабынын иретеп ауырыу ағасты ҡойондорорға кәрәк. Йә иһә ярты килограмм ағас көлөн шулай уҡ бер биҙрә һыуға бутап 3 көн тоторға һәм шул ҡатнашма менән япраҡтарҙы ҡойондорорға. Бер тапҡырҙан ярҙам итмәһә, был аҙымды ҡабатларға мөмкин.
Сейәләрегеҙ һеҙҙе мул уңыш менән ҡыуандырһын!
Читайте нас: