Все новости
Новости
20 Июня 2020, 16:59

Тыуған көнөгөҙ менән, әҙибә!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналыбыҙҙың ихтирамлы авторҙарының береһе Тамара Ғәниева тыуған көнөн билдәләй.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, тәржемәсе, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, журналыбыҙҙың ихтирамлы авторҙарының береһе Тамара Ғәниева тыуған көнөн билдәләй. “Ватандаш”тар исеменән шағирәне ихлас тәбрикләйбеҙ, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, күңел көрлөгө, илһамлы ижад теләйбеҙ!
Журнал уҡыусыларыбыҙға әҙибәнең бер ижад емешен тәҡдим итәбеҙ:
ИЛГӘ ҺҮҘЕМ
Бәп - бәләкәй буйлы бер ҡатын мин,
Теләһәгеҙ яугир ҡатын булам;
Теләһәгеҙ - мин йөк аты булам;
Теләһәгеҙ - моңға-хискә тулам.
Башҡортомдоң йәне, усағы мин,
Тәсбих тартып илгә ғәм юраусы.
Доға ҡылып ергә ҡот һораусы,
Моңһоулыҡтан моңло йыраусы.
Күк ҡөҙрәте миндә бағымсылыҡ.
Халҡым ихтыяры - сәсәнлегем,
Тәбиғәттән күндәм бисәлегем,
Ил алдында бурыс - әсәлегем.
Һыҙланыуҙар ята иңдәремдә,
Сәләмәт сәм кәрәк көндәремә.
Текәлгәнем ғаләм күҙҙәренә:
Ғәйрәт инһә башҡорт ирҙәренә
Иман ҡайтыр торған ерҙәремә.
Был донъяны байтаҡ кистем инде,
Ярҙам кәрәк булһа, бына иңем.
Кәңәш кәрәк булһа - салт зиһенем,
Ил хәстәрләр ҡатын һүҙҙәренә
Ҡолаҡ һалығыҙ бер, тиеүем.
Читайте нас: