Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә, журналист Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина “Аҡбуҙат” балалар журналына баш мөхәррир итеп тәғәйенләнде. 2010 йылдан әлеге көнгә тиклем был вазифаны Тамара Искәндәриә-Юлдашева башҡарҙы. Хеҙмәттәшебеҙгә яңы вазифала яңы үрҙәр яулауын, ижади бейеклектәргә күтәрелеүен, журналдың тиражы артыуын теләйбеҙ!