Все новости
Новости
6 Июня 2020, 23:32

Ҡурай еләге мул уңыш бирһен, тиһәгеҙ...

Ҡурай еләге эре, һутлыҡай еләктәре менән ҡыуандырһын тиһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Июнь айында баҡсасының эштәре дауам итә. Ҡурай еләге эре, һутлыҡай еләктәре менән ҡыуандырһын тиһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
Ҡурай еләге 1 метр оҙонлоҡҡа еткәс, уның өҫкө өлөшөн ҡырҡып ташларға кәрәк. Был ҡыуаҡтың тармаҡланыуына булышлыҡ итә, ҡурай еләге эре була һәм август буйына мул уңыш килтерәсәк. Ошо осорҙа уны тиреҫ менән байытһағыҙ, файҙаға ғына булыр. Ашламаны 1 квадрат метрға 2-3 кг иҫәбе менән алырға кәрәк. Тағы ла бер кәңәш: ямғыр күп яуып, дым күбәйһә, ҡурай еләгендә күк серек (серая гниль) барлыҡҡа килеүе бар. Быны булдырмаҫ өсөн ҡыуаҡтың төбөнә көл һибеү ярҙам итер.
Быйылғы йәй һеҙҙе мул уңыш менән ҡыуандырһын!
Читайте нас: