Все новости
Новости
3 Июня 2020, 19:43

Өфө халҡын «Батарейка тапшыр ҙа планетаны ҡотҡар!» акцияһында ҡатнашырға саҡыралар

Еңеүселәр декоратив ҡыуаҡ үҫентеләренә эйә буласаҡ.

Өфө халҡын “Батарейка тапшыр ҙа планетаны ҡотҡар!” акцияһында ҡатнашырға саҡыралар. Еңеүселәр декоратив ҡыуаҡ үҫентеләренә эйә буласаҡ. Конкурс ҡаты ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнеү һәм ҡаланы сүп-сарҙан таҙартыу маҡсаттарында ойошторола.
Унда теләгән кеше йә ойошмалар ҡатнаша ала. Бының өсөн 2020 йылдың 1 июненән 6-һына тиклем (14 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем) ҡулланыштан сыҡҡан батарейкаларҙы тапшырырға кәрәк. Ҡабул итеү нөктәһе Бельская, 70 адресы буйынса – “Лента” гипермаркеты эргәһендә урынлашҡан. Һәр ҡатнашыусыға талон бирелә.
Бынан тыш, “Инстаграм”да @ufacityadm менән @debc_rostok аккаунттарына яҙылырға һәм 15 июнгә тиклем “Инстаграм”дағы шәхси диуарыңда #дэбцросток #мкргоросток #батарейкимогутбытьпереработаны #уфасити #дюраселлраша хештегтарын ҡуйып “Мегаполиста экоғәҙәттәр” тигән темаға 2-3 минутлыҡ видео һалырға кәрәк. @ufacityadm, @debc_rostok аккаунттарын да билдәләргә онотмағыҙ.
Еңеүселәр тапшырылған батарейкаларҙың ауырлығына ҡарап билдәләнә. Конкурстан тыш батарейкаларҙы 1 июндән 7 июнгә тиклем тапшырырға мөмкин.
Читайте нас: