Все новости
Новости
10 Мая 2020, 20:19

Милли музейға Миңлеғәле Шайморатовтың Герой миҙалын тапшырыу – Еңеү байрамының кульминацияһы булды

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты Ләйсән Йосопова: - Байрам бит ул әҙерлек мәшәҡәттәре менән дә ҡиммәтле һәм ҡәҙерле, тулҡынланыу хистәре шул ваҡытта тыуа ла инде. Мәғлүм булыуынса, быйыл 30 март көнө Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин Указына ярашлы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде. Был оло ваҡиға республикала «Салауат вариҫтары еңелеү белмәй!» исемле онлайн акция башлауға этәргес булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла ситтә ҡалманы, ололар ҙа, кеселәр ҙә әүҙем ҡушылды.

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты Ләйсән Йосопова:
- Байрам бит ул әҙерлек мәшәҡәттәре менән дә ҡиммәтле һәм ҡәҙерле, тулҡынланыу хистәре шул ваҡытта тыуа ла инде. Мәғлүм булыуынса, быйыл 30 март көнө Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин Указына ярашлы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде. Был оло ваҡиға республикала «Салауат вариҫтары еңелеү белмәй!» исемле онлайн акция башлауға этәргес булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла ситтә ҡалманы, ололар ҙа, кеселәр ҙә әүҙем ҡушылды. Тап Еңеү көнө алдынан Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы һәм ҡалабыҙҙың Һауа-десант ғәскәрҙәре ассоциацияһы «Йәшә һәм хәтерлә!» исемле мөһим акцияға ҡушылды. Уны Ҡоролтай эргәһендәге Рәсәй Геройы М.Шайморатов исемендәге Тимерйән Рәжәпов етәкселек иткән ирекмәндәр отряды ойошторҙо. Был сараның төп маҡсаты – ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашҡан, һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә, тол ҡатындарға, яҡындарына ярҙам күрһәтеү ине.
Ә инде байрам көнө, 9 майҙа, республика халҡы өсөн иң мөһим сара - Миңлеғәле Шайморатовтың юғары наградаһын, Рәсәй Геройы миҙалын «Өфө» аэропортына махсус вертолетта алып килеү, тантаналы рәүештә хәрби кортеждың баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдары буйлап үтеүе, Совет майҙанында ҙур награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй Геройы Николай Злобин ҡулынан алып Республика Милли музейына мәңгелеккә һаҡларға тапшырыуы – быйылғы Еңеү байрамының кульминацияһы тип атарға мөмкин.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының өйҙәре алдында парадтар ойошторолдо, шулай уҡ байрам концерты менән фронт бригадалары сығыш яһаны.
«Шут с нами» исемле театр-студияһы һәм «Театр+ЭМ» халыҡ студент театры сәхнәләштерелгән тамаша ҡуйҙы, данлы Бейеү театры сығыш яһаны.
Стәрлетамаҡтар балкондарына сығып, «Еңеү көнө» йырын бергәләп башҡарҙы. Был йырҙы башҡорт телендә башҡарып видеояҙмаларҙы интернет селтәрҙәрендә урынлаштырыу әле лә дауам итә.
Быларҙың барыһы ла бер нәмә тураһында һөйләй – Еңеү көнөнөң баһаһы беҙҙең илдә бер ваҡытта ла кәмемәйәсәк. Быйыл яңы шарттарҙа яңы мөмкинлектәр менән Еңеү көнөнөң дәрәжәһен, мәртәбәһен, лайыҡлы күтәрҙек.
Халыҡ Үлемһеҙ полк сафтарында ҡатнашырға тигән ниәтен, ышанысын юғалтмай, тимәк юбилейҙы тағы ла бер тапҡыр, тантаналыраҡ шарттарҙа билдәләрбеҙ әле.
Фото: Рәмил Мансуров
Читайте нас: