Все новости
Новости
7 Мая 2020, 17:00

«Шәжәрә» балалар һүрәттәре конкурсы башланды

«Шәжәрә» балалар һүрәттәре конкурсы башланды «Ырыу ағасы» республика форумы сиктәрендә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡ ижады үҙәге «Шәжәрә» балалар һүрәттәре конкурсын иғлан итә. Унда төрлө мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. Бәйгеселәргә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә: https://vk.com/album-44728784_270495576 һылтанмаһы аша инеп, эштәрен урынлаштырырға кәрәк. Тулы исем-фамилияны, район йәки ҡаланың исемен, ҡатнашҡан кешенең йәшен күрһәтеү мотлаҡ.Һүрәттәр ошондай талаптарға ярашлы булырға тейеш: зауыҡлы биҙәлеш; фотоның яҡшы сифаты. Уң яҡтан аҫта эштең атамаһын, авторының исем-фамилияһын, тулы йәшен, класын (төркөмөн), етәксенең тулы исем-шәрифен, мәктәптең тулы атамаһын яҙып ҡуйырға.Жанр, башҡарыу техникаһы яғынан сикләү юҡ.Эштәр ике категорияла – 7–10 һәм 11 –14 йәш – ҡарала. Баһалау – 10 балл арауығында. Һәр категорияла 3 лауреат һәм махсус призға лайыҡ булғандар билдәләнә. Һөҙөмтәләрҙе инде 1 июндә Республика халыҡ ижады үҙәге сайтына инеп ҡарарға мөмкин.

«Шәжәрә» балалар һүрәттәре конкурсы башланды
«Ырыу ағасы» республика форумы сиктәрендә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡ ижады үҙәге «Шәжәрә» балалар һүрәттәре конкурсын иғлан итә. Унда төрлө мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала.
Бәйгеселәргә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә: https://vk.com/album-44728784_270495576 һылтанмаһы аша инеп, эштәрен урынлаштырырға кәрәк. Тулы исем-фамилияны, район йәки ҡаланың исемен, ҡатнашҡан кешенең йәшен күрһәтеү мотлаҡ.
Һүрәттәр ошондай талаптарға ярашлы булырға тейеш: зауыҡлы биҙәлеш; фотоның яҡшы сифаты. Уң яҡтан аҫта эштең атамаһын, авторының исем-фамилияһын, тулы йәшен, класын (төркөмөн), етәксенең тулы исем-шәрифен, мәктәптең тулы атамаһын яҙып ҡуйырға.
Жанр, башҡарыу техникаһы яғынан сикләү юҡ.
Эштәр ике категорияла – 7–10 һәм 11 –14 йәш – ҡарала. Баһалау – 10 балл арауығында. Һәр категорияла 3 лауреат һәм махсус призға лайыҡ булғандар билдәләнә. Һөҙөмтәләрҙе инде 1 июндә Республика халыҡ ижады үҙәге сайтына инеп ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: