Айырым автоматсылар батальонына эләгеп, станциянан 4 саҡырымда ятҡан ауылда урынлашалар. Һыуыҡ мәктәп бинаһында дуҫы менән бер шинелде аҫҡа түшәп, икенсеһен ябынып йоҡларға тура килә. Апрель айына тиклем хәрби күнекмәләр үткәреп, уларҙы яуға әҙерләйҙәр. Ул ҡыш ныҡ һыуыҡ булды, тип иҫкә ала ине атайым.
Апрелдә бригада фронтҡа оҙатыла. Июль айы баштарында атайым Смоленск өлкәһен азат итеү операцияһында ҡатнаша. Операция башланған көндө бәйләнеш заводы командиры ярзамсыһы яраланып, уның урынына атайымды ҡуялар.
Бер эпизод мине ныҡ тетрәндерҙе. Дивизия Ельня ҡалаһынан дошманды ҡыуып бара. Яланда алыш ҡыҙа, көн ныҡ эҫе була. Яҡын- тирәлә бер генә инеш тә юҡ. Бара торғас, бер ҙур ағас күренә, төбөндә – бәләкәй генә күл. Һәр кем шул күлгә яҡынайырға тырыша, яр мәйеттәр менән тулған. Атайым шул күлгә табан шыуышып китә. Барып етеп, каскаһына һыу тултырып алып килә. Һыу болғансыҡ, ҡан ҡатыш була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эсергә мәжбүрҙәр. Ә немецтар күлгә бер туҡтауһыҙ снаряд һәм миналар төшөрөп тора. Был күләүек күп кешенең ғүмерен өҙә ...
Батальон командиры подполковник Тухалин атайыма “Ҡызыл Йондоҙ” орденын тапшырырға бойороҡ бирә. Ләкин өҫтәге командование “Батырлыҡ” миҙалы менән бүләкләй. Миҙал үҙ эйәһен ике йылдан ғына таба.
Ярты йыл госпиталдә аяғын дауалағас, атайымды Саратов Хәрби пехота училищеһына уҡырға ебәрәләр. Еңеүҙе ул шунда ҡаршылай. 1948 йылда ғына атайым ауылына ҡайта.
1949 йылда әсәйем менән өйләнешеп, 4 малай үҫтерәләр. 56 йыл бергә татыу ғүмер итте улар. 2002 йылдың 2 ноябрендә атайым вафат булды.
Нәғим, Сәлим һәм Марат Нафиҡовтар