Все новости
Новости
22 Апреля 2020, 16:45

Черниковка биҫтәһендә «Беренсе май» паркын төҙөкләндереү дауам итә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы янында урынлашҡан «Беренсе май» паркын төҙөкләндереү дауам итә. Проект авторҙары уйынса, парк биләмәһе, Калинин районы һәм ЗАГС хакимиәттәре архитектура ансамбленә берләштерелә.

Реконструкция 2019 йылда башланды: күл буйы төҙөкләндерелде, ул таҙартылды һәм тәрәнәйтелде; подрядсылар аллеяларға таш түшәне һәм яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйҙы. Бөгөн паркта йәшелләндереү, видеокүҙәтеү һәм автоһиптереү системаларын монтажлау эштәре алып барыла.
Быйылғы миҙгелдә һыу янында ял зоналары төҙөлә. Район ЗАГС-ы Йәштәр аллеяһы паркы менән берләштерелә, тематик арт-объекттар урынлаштырыла.
Күп кеше ҡатнашҡан мәҙәни саралар зонаһында яңы заманса сәхнә ҡуйыла. Шулай уҡ паркта уйын зоналары һәм спорт объекттары, велосипед юлдары, сәләмәтлек һуҡмағы, дөйөм туҡланыу зонаһы барлыҡҡа килә.
Читайте нас: