Все новости
Новости
20 Апреля 2020, 14:05

Башҡортостан ябыҡ футбол майҙаны төҙөү өсөн үҙәктән 450 миллион һум алды

Башҡортостан республикала тәүге дәүләт ябыҡ футбол майҙаны һалыу өсөн төҙөүсе менән килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләй

Майҙа Башҡортостан республикала тәүге дәүләт ябыҡ футбол майҙаны һалыу өсөн төҙөүсе менән килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләй. Спорт министрлығы бының өсөн «Спорт — йәшәү нормаһы» проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 450 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итә алды.
«Тиҙҙән ябыҡ футбол майҙаны төҙөй башлайбыҙ. Комаров урамындағы беҙҙең «Нефтсе» стадионы эргәһендә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа шөғөлләнә алһын өсөн заманса каркас-модуль павильоны була. Спорт комплексының проекты әҙер, майҙа төҙөүсе менән килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләйбеҙ», — тип яҙҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Бынан алда республика хөкүмәте 2020-2022 йылдарға республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 617,3 миллион һум күләмендә ябыҡ футбол майҙаны төҙөлөшөн финанслауҙы раҫланы: 2020 йылға — 167,7 миллион һум (Рәсәй Федерацияһы — 164,4 миллион, Башҡортостан Республикаһы — 3,3 миллион), 2021 йылға — 246,9 миллион һум (Рәсәй Федерацияһы — 109,5 миллион, Башҡортостан Республикаһы — 137,4 миллион), 2022 йылға — 202,6 миллион һум (Рәсәй Федерацияһы — 198,5 миллион, Башҡортостан Республикаһы — 4,1 миллион). Проекттың дөйөм смета хаҡы 581,7 миллион һум тәшкил итә.
Читайте нас: