Ватандаш
+7 °С
Облачно
ОБЩЕСТВО
НАУКА
ЛИТЕРАТУРА
Антитеррор
ВК
Яндекс Дзен
Телеграм
ТИЛЕКӘЙ. Люциә НУРМӨХӘМӘТОВА
Все новости
Новости
16 Апреля 2020, 17:00
Башҡортостанда 72 мең ғаиләгә 100 мең аҙыҡ-түлек пакеты тапшырыла
Башҡортостандың 72 мең аҙ тәьмин ителгән ғаиләһенә 100 мең аҙыҡ-түлек пакеты тапшырыла. Уларҙы республика предприятиелары — Урал тау-байыҡтырыу компанияһы һәм Башҡортостан сода компанияһы бүлгән 70 миллион һум аҡсаға әҙерләйҙәр.
Башҡортостандың 72 мең аҙ тәьмин ителгән ғаиләһенә 100 мең аҙыҡ-түлек пакеты тапшырыла. Уларҙы республика предприятиелары — Урал тау-байыҡтырыу компанияһы һәм Башҡортостан сода компанияһы бүлгән 70 миллион һум аҡсаға әҙерләйҙәр. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшмәлә белдерҙе.
Хөкүмәт вице-премьеры Ленара Иванова пакеттарҙың аҙ тәьмин ителгәндәрҙең ниндәй төркөмдәренә йүнәлтеләсәген әйтте. Улар – ай һайын балалар пособиеһы алыусылар. 1 апрелгә бындай ғаиләләр — 72 мең, уларҙа 165 меңдән ашыу бала йәшәй.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, әгәр ғаиләлә бер нисә бала тәрбиәләнһә, аҙыҡ-түлек пакеты ла шунса була.
«Хакимиәт башлыҡтарынан аҙыҡ-түлектең һаҡланыуын тәьмин итеү һорала, — тип билдәләне республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев. — Продукцияның 80 проценты Башҡортостанда етештерелгән».
Халыҡҡа тәүге пакеттар 23 апрелдә таратыла, график буйынса барыһы ла хакимиәт башлыҡтарына еткерелә. 1 майға тиклем бөтәһе лә аҙыҡ-түлек пакеттарын алырға тейеш.
«Кешеләр ас ултырмаһын! Һәр береһенә барып етергә кәрәк», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. Республика башлығы муниципалитет етәкселәренә улар үҙ биләмәләрендәге һәр хәбәргә иғтибар итергә һәм ҡарар ҡабул итергә тейешлеген иҫкә төшөрҙө.
Читайте нас в
Выбор редакции
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Июня 2021, 10:10
ҠУШ ҠАЙЫНДЫҢ БЕРЕҺЕ
Литература
12 Июля 2021, 23:54
Баҙ
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2021, 17:00
Кисергәнем өсөн ғәфү ит...