Все новости
Новости
14 Апреля 2020, 18:55

Сәй янына эремсекле синнабон

Синнабон – тәмле, йомшаҡ ризыҡ. Эслекте төрлөсә яһарға була.

Синнабон – тәмле, йомшаҡ ризыҡ. Эслекте төрлөсә яһарға була.
Ҡамыр өсөн: 350 г он, 5 г ҡоро сүпрә, 100 г һөт, 50 г шәкәр ҡомо, 50 г маргарин (аҡ май, үҫемлек майы), 70 г ҡаймаҡ, 3,5 г тоҙ.
Эслек өсөн: 500 г эремсек, 1 йомортҡа, 100 г шәкәр ҡомо.
Крем: 200 г кибет ҡаймағы, 1 -2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо.
Ҡамыр баҫырға һәм йылыға ҡабартырға ҡуйырға. Ҡабарған ҡамырҙы йәйергә һәм өҫтөнә эслек яғырға, рулет итеп төрөргә. Рулетты киҫәктәргә бүлеп сығырға һәм майланған табаға ара ҡалдырып теҙергә. Табала килеш бер-береһенә ҡушылғансы ҡабартырға. Шунан һуң духовкаға ҡуйырға.
Синнабонды духовканан алып, ҡайнар килеш өҫтөнә кремды мулдан ағыҙырға. Кремға бер йомортҡа ла өҫтәргә мөмкин, ул ваҡытта синнабондарҙы һүндерелгән, әммә ҡайнар духовкаға 10 минутҡа ҡуйырға кәрәк.
Читайте нас в