Все новости
Новости
14 Апреля 2020, 18:30

Дөйөм йорт иҫәпләгестәрен ҡуйыу электр менән тәьмин итеүселәргә йөкмәтелә

Башҡортостанда дөйөм йорт электр иҫәпләгестәрен ҡуйыу бурысын закон нигеҙендә ресурс менән тәьмин итеүселәргә йөкмәтеү планлаштырыла.

Башҡортостанда дөйөм йорт электр иҫәпләгестәрен ҡуйыу бурысын закон нигеҙендә ресурс менән тәьмин итеүселәргә йөкмәтеү планлаштырыла. Закон проекты республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡарала. Бер үк ваҡытта тәьминәтселәрҙең финанс сығымдарын компенсациялау процесы күҙ уңында тотола.
Йәғни йортта йәшәүселәргә барыбер иҫәп приборын ҡуйған өсөн түләргә тура килә, ләкин ошо мәсьәләне хәл итеү менән шөғөлләнергә кәрәкмәй, тип белдерҙеләр Ҡоролтайҙа.
Закон проекты дөйөм йорт электр энергияһын иҫәпләү приборҙарына ғына ҡағыла. Фатирҙарҙа иҫәпләгестәр ҡуйыу һәм алмаштырыу өсөн элеккесә уларҙың хужалары яуаплы.
Читайте нас: