Өфөлә яңы туңдырма фабрикаһы асыла. «Инвестиция сәғәте»ндә «Интел Ко» компанияһының финанс департаменты директоры Владимир Онацкий («Нерал» компаниялар төркөмө) «Башкирский холод» асыҡ акционерҙар йәмғиәте предприятиеларында яңы фабрика булдырыу буйынса пландары тураһында һөйләне.
Һалынған аҡсаның дөйөм суммаһы — 1,4 миллиард һум. Заманса етештереү линиялары менән тәьмин итеү өсөн килешеүҙәр төҙөлгән дә инде, тиҙҙән яңы корпус һалыу өсөн рөхсәт әҙер була.
Властар компанияға һалым льготалары һәм ҡорамал һатып алыу өсөн субсидия биреүҙе хупланы.