Все новости
Новости
10 Апреля 2020, 14:00

Республика юғары уҡыу йорттары студенттарына ятаҡта йәшәү өсөн хаҡ яңынан иҫәпләнә

Башҡортостан юғары уҡыу йорттары студенттары дистанцион белем алыуын дауам иткән арала университет ятаҡтары буш тора.

Башҡортостан юғары уҡыу йорттары студенттары дистанцион белем алыуын дауам иткән арала университет ятаҡтары буш тора. Республика вуздары ректорҙары советы рәйесе Салауат Сәғитов белдереүенсә, йәшәгән өсөн түләнгән аҡса киләһе йылға (студенттар көндөҙгө уҡыу формаһына кире ҡайтҡас) күсерелә.
«Ректораттың студенттар менән үҙ-ара бәйләнешендә проблемалар юҡ. Беҙ килеп тыуған хәлде бик яҡшы аңлайбыҙ һәм ошо йүнәлештә эшләйбеҙ. Был республиканың барлыҡ юғары уҡыу йорттарына ҡағыла», — тине Салауат Сәғитов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент ай аҙағына тиклем эшләмәү хаҡында иғлан итеүгә ҡарамаҫтан, 6 апрелдә бөтә вуздар ҙа алыҫтан тороп уҡый башланы. Был мәлгә уҡыу йорттарының күпселеге бушап ҡалды – сит ҡалаларҙан һәм илдәрҙән килгән студенттарҙың байтағы март уртаһында уҡ өйҙәренә таралышты.
Читайте нас: