Все новости
Новости
25 Марта 2020, 00:40

«Өфөнән һөйөү менән» популяр фильмының дауамы буласаҡ

«Өфөнән һөйөү менән» популяр фильмының дауамы көтөлә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына башҡорт кинорежиссеры Айнур Асҡаров белдерҙе.

«Өфөнән һөйөү менән» популяр фильмының дауамы буласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына башҡорт кинорежиссеры Айнур Асҡаров белдерҙе. 2017 йылда төшөрөлгән романтик комедия Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында күрһәтелде.
«Өфөнән һөйөү менән-2» проекты өҫтөндә эшләй башланыҡ. Был идеяны республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Яңы фильмда элекке сюжет дауам итмәй, ә бөтөнләй икенсе хәл-ваҡиға буласаҡ. Хәҙерге ваҡытта Айҙар Аҡманов менән сценарий яҙабыҙ. Әлегә коронавирус инфекцияһы эпидемияһы арҡаһында фильмдың яҙмышы ниндәй булырын белмәйем, ләкин проект буйынса эш алып барыла», — тине Айнур Асҡаров.
Команда башлыса шул уҡ ҡаласаҡ. Бынан тыш, Айнур Асҡаров бына алда башлаған икенсе ижади проекттарын дауам итә.
«Эш күп. Мостай Кәримдең повесы буйынса «Өс таған» фильмының реклама кампанияһына әҙерләнәм. Ҡыҫҡа метражлы «Гильза» фильмын тамамлайбыҙ», — тине режиссер.
Читайте нас: