Все новости
Новости
19 Марта 2020, 15:50

Өфөлә трамвайҙарҙы һәм троллейбустарҙы дезинфекциялайҙар

Коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Өфө электр транспортында дезинфекция саралары үткәрелә, тип хәбәр итте мэрияның матбуғат хеҙмәте.

Коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Өфө электр транспортында дезинфекция саралары үткәрелә, тип хәбәр итте мэрияның матбуғат хеҙмәте.
Ҡала муниципаль электр транспорты идаралығының башҡарма директоры Александр Ежков һүҙҙәренсә, вагондар хлорамин менән дезинфекциялана.
«Дезинфекция еүеш сепрәк менән таҙартҡандан һуң үткәрелә. Зарарһыҙландырыу процесы 10-15 минут дауам итә.Тәүҙә түшәм, стеналар, тәҙрәләр, ишектәр, ултырғыстар, таянғыстар эшкәртелә. Хеҙмәткәрҙәрҙең бирсәткәләре, респираторҙары бар, һәр вагонда ҡулланмалар эленгән. Эшкәртеү хәүеф янамай тип иғлан ителгәнсе уҙғарыла», — тип билдәләне ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 марттан республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республикала юғары әҙерлек режимын индерҙе.