Все новости
Новости
19 Марта 2020, 19:10

Аҡҡоштар ҡайтты!

Был мөһабәт ҡоштар Әлшәй районын төйәк иткән

Ҡарҙан әрселгән тәүге йылыуҙарҙа мөһабәт ҡоштар йөҙөп йөрөй.
Улар йыл һайын яҙ етеү менән элек оя ҡорған, йомортҡа һалып бала сығарған урындарында төпләнә. Ғәҙәттә аҡҡоштар апрель урталарында ҡайтып, ҡара көҙгә тиклем бында булалар. Күлдәрҙе тулыһынса боҙ ҡаплағас, хатта бәләкәй генә йылыуҙар ҙа туңып бөткәс кенә улар йылы яҡтарға оса торғайны. Быйыл аҡҡоштар күпкә иртәрәк ҡайтты. Уларҙы Аҡҡолай, Ҡармыш, Ҡырым ауылдарына яҡын йылға-күлдәрҙә күргәндәр.
Читайте нас: