Все новости
Новости
18 Марта 2020, 14:25

Өфөлә күп тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр етештереү башланды

«Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһында марлянан күп тапҡыр ҡулланыла торған медицина битлектәрен тегеү башланды.

«Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһында марлянан күп тапҡыр ҡулланыла торған медицина битлектәрен тегеү башланды.
Бында көн һайын 3000 битлек етештерелә.
Улар бөгөндән өс данаһы 70 һум менән Дәүләт дарыуханаларына һатыуға сығарыла.
"Марлянан тегелгән битлектәрҙе күп тапҡыр файҙаланырға мөмкин, — тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөнгө брифингта. — Марля битлектәрен, бер тапҡыр ҡулланылған битлектәр кеүек үк, ике-өс сәғәттән артыҡ кейеп йөрөргә ярамай. Һуңынан уларҙы һабын менән йыуырға, ҡайнатырға, киптерергә һәм үтекләргә кәрәк".
Читайте нас: