Башҡортостан – мәктәп стоматологияһын үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе, тип белдерҙеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әйтәйек, быйыл республикала 61 мәктәп стоматология кабинетын асыу планлаштырыла.
Уларҙың береһе «Үргә ос!» республика мәғариф проектын тормошҡа ашырыу барышында Өфө районы Шамонин ауылы мәктәбендә асылды.
Ошо күләмле проекттың «Сәләмәт йылмайыу» модуле 800-ҙән ашыу бала белем алған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын асыуҙы күҙ уңында тота.
Уҡыусылар аҙыраҡ булған мәктәптәр өсөн поликлиникаларҙа теш табиптарында ҡаралыу ойошторола.
«Шамонин ауылындағы стоматология кабинеты барлыҡ кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында 1,1 меңдән ашыу уҡыусының стоматология ярҙамын алыу мөмкинлеге бар», — тип йомғаҡ яһанылар Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
«Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү эше Башҡортостан башлығы тәҡдим иткән «Үргә ос!» республика мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә башланды.