«Салауат юлдары буйлап» документаль-нәфис фильмы Башҡортостан Кинематографистар союзы Рәсәй Федерацияһы Президентының грантына ойошторған киноэкспедиция барышында төшөрөлгән. 2018 йылда экспедиция батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналинды каторгаға оҙатҡан юл буйлап, Рәсәй һәм Эстонияның ун ике ҡалаһы аша, уларҙың һуңғы төйәге Палдискиға барып етә. Сәйәхәт барышында төрлө ҡыҙыҡлы тарихи факттар ҙа асыҡлана. Экспедиция хаҡында документаль фильм шулай уҡ Салауаттың һәм Юлайҙың халыҡ яҙмышы, көрәш һәм рухи еңеү хаҡында әңгәмәләре менән ҡушылып бара. Ролдәрҙе Башҡорт театры актерҙары башҡара: Салауат ролендә — Морат Рафиҡов, Юлай – Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров. Фильмдың режиссеры Таңсулпан Бураҡаева, сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева, тарихи консультант — филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Мирас Иҙелбаев, проекттың етәксеһе – Фәрит Ғәбитов.