Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Конституцияға төҙәтмәләр тураһындағы закон буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөнөң логотибын һәм слоганын тәҡдим итте.Логотипта ҡыҙыл төҫтәге китап һынындағы бөгөлөп торған Конституция һәм Рәсәй флагы һүрәтләнгән. Шулай уҡ унда дата – 22 апрель һәм «Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө» тиелгән. Тауыш биреү көнөнөң слоганы – «Беҙҙең ил, беҙҙең Конституция, беҙҙең ҡарар!». Уларҙы «ИМА-консалтинг» агентлығы эшләгән.Конституцияға төҙәтмәләр тураһындағы закон буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө 22 апрелгә билдәләнгән. Был көндө ял көнө тип билдәләргә күҙаллана. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, РФ Конституцияһына төҙәтмәләр граждандар хуплаған осраҡта ғына үҙ көсөнә инәсәк.