Все новости
Новости
11 Марта 2020, 18:00

Республикала балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса профилле сменалар ойошторола.

Башҡортостанда балалар өсөн башҡорт телен, башҡорттарҙың тарихын, мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеү буйынса профилле сменалар ойошторола.

Башҡортостанда балалар өсөн башҡорт телен, башҡорттарҙың тарихын, мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеү буйынса профилле сменалар ойошторола.
Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Ошондай профилле сменалар ойоштороу тәҡдиме менән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығына Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән балаларға башҡорт телен, башҡорттарҙың тарихын, мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеү буйынса профилле смена ойоштороу һәм үткәреү бурысы йөкмәтелде.
Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығына Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә бойороҡто ғәмәлгә ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау күләмен һәм сығанаҡтарын билдәләргә кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1421468-v-bashkortostane-dlya-detey-organizuyut-profilnye-smeny-po-izucheniyu-bashkirskogo-yazyka/
Читайте нас: