Башҡортостан Республикаһында 2020 йылдың 2 мартынан 29 майына тиклем Мәктәп фольклориадаһы үткәрелә.
Уның барышында «Аутентик йыр фольклоры», «Фольклор бейеүе», «Йолалар, уйындар, әйлән-бәйлән», «Халыҡтар дуҫлығы», «Донъяла тыныслыҡ» конкурстары ойошторола.
Шулай уҡ программала — «Донъя халыҡтарының милли кейемдәре» һәм «Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары» фотокүргәҙмәләре, «Оҫталар ҡалаһы» биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре, сәхнәлә донъя халыҡтары мәҙәниәте менән таныштырыу, донъя халыҡтары тураһында мәғлүмәт гәзиттәре сығарыу, түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар, фильмдар ҡарау.
Мәктәп фольклориадаһында Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү, өҫтәмә белем биреү һәм мәҙәниәт ойошмалары уҡыусылары ҡатнаша.
Сара өс этапта уҙғарыла: мәктәп (2020 йылдың марты), муниципаль (2020 йылдың апреле), республика (2020 йылдың майы). Һуңынан Өфөлә гала-концерт менән тамамлана.
«Республиканың күп кенә белем биреү ойошмаларында Мәктәп фольклориадаһын уҙғарыу барышында саралар ойоштороу эше алып барыла. Иң яҡшы коллективтар республика этабында ҡатнаша», — тип белдерҙеләр ойоштороу комитетында.
Мәктәп фольклориадаһын ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы.
Мәктәп фольклориадаһының маҡсаты – үҫеп килгән быуынды халыҡ традицияларына ылыҡтырыу, йәш быуында һәм өлкәндәрҙә донъя халыҡтарының тарихына һәм мәҙәниәтенә ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү.
http://www.bashinform.ru/news/1422046-v-respublike-bashkortostan-prokhodit-shkolnaya-folkloriada/