Ватандаш
+11 °С
Ясно
ОБЩЕСТВО
НАУКА
ЛИТЕРАТУРА
Антитеррор
ВК
Яндекс Дзен
Телеграм
Все новости
Новости
10 Марта 2020, 17:25
Шифаханаларҙы һәм курорттарҙы үҫтереү буйынса эш төркөмө булдырылды
Радий Хәбиров шифахана-курорт ойошмаларын үҫтереү буйынса эш төркөмөн булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Радий Хәбиров шифахана-курорт ойошмаларын үҫтереү буйынса эш төркөмөн булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был турала ул хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Эш төркөмө етәксеһе – республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов.
«Ни өсөн быны эшләйбеҙ? Башҡортостан шифаханалары – ҡеүәтле һауыҡтырыу учреждениелары комплексы, илдә иң мөһимдәренең береһе. Хәлде тикшергәс, республиканың рекреацион ҡеүәтенә дәүләт идараһын юғалта барыуыбыҙҙы аңланыҡ, — тине республика етәксеһе. — Шөғөлләнергә кәрәк булған төп проблема: күптәр барырға теләй, ләкин юлламаларҙың ҡиммәтлеге кешеләргә тейешенсә дауаланырға мөмкинлек бирмәй. Юллама хаҡын түләй алмаған кешеләр һауыҡтырыу хеҙмәттәре менән файҙалана алһын өсөн махсус механизм уйларға кәрәк», — тип йөкләмә бирҙе Радий Хәбиров эш төркөмөнә.
Эш төркөмө, юлламалар һатыуҙы һәм хаҡ ҡуйыуҙы контролдә тотоп, аҙна һайын эшләргә тейеш.
Читайте нас в
Выбор редакции
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Июня 2021, 10:10
ҠУШ ҠАЙЫНДЫҢ БЕРЕҺЕ
Литература
12 Июля 2021, 23:54
Баҙ
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2021, 17:00
Кисергәнем өсөн ғәфү ит...