Все новости
Новости
10 Марта 2020, 17:40

«Сафияла ҡунаҡта»

Земфира Байбулдина мөмкинлектәре сикле балалар өсөн студия асты.

Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн театр һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәт студияһы асылды. Студияның етәксеһе – билдәле телевидение алып барыусыһы, күп балалы әсә һәм «ҡояш ҡыҙы» Сафияның әсәһе Земфира Байбулдина.
«Сафияла ҡунаҡта» студияһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар һәм өлкәндәр, шулай уҡ дүрт йәштән алып 18 йәшкә тиклемге һау-сәләмәт балалар шөғөлләнә. Уларҙы актер оҫталығына, сәхнә телмәренә һәм көршәксе эшенә өйрәтәләр.
«Проекттың үҙенсәлеге шунда: был инклюзия, сәләмәт балалар һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар һәм өлкәндәр менән бер сәхнәлә сығыш яһай. Йыш ҡына ата-әсәләрҙең «ҡояш балаларын» ҡабул итмәүен, уларҙан ситләшеүҙәрен күрәм, шуға күрә тәү сиратта ата-әсәләрҙе «дауаларға» кәрәк, — ти Земфира Байбулдина. — Беҙҙең студияла бөтә нәмә өйҙәге кеүек – аш-һыу бүлмәһе, сәй эсеү, ял итеү урындары бар».
Уның һүҙҙәренсә, шөғөлләнергә теләүселәр бар, 8-9 кеше яҙылған да инде. Балалар менән профессиональ артистар Ленария Хажиева, Башҡортостандың халыҡ артисы Александр Кузьменко, көршәк яһау оҫтаһы Бабкен Туманян шөғөлләнә.
Читайте нас: