Все новости
Новости
4 Марта 2020, 20:00

Владимир Путин Рәсәйҙәге ирекмәндәрҙе йәш, эффектив, эшмәкәрлекле кешеләр тип иҫәпләй

“Ҡайһы саҡта мин ирекмәндәргә һоҡланыу, күҙ йәштәре аша ҡарайым, сөнки улар ысынында ла бик шәп эшләй”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙәге ирекмәндәрҙе йәш, эффектив, эшмәкәрлекле кешеләр, тип иҫәпләй. Был хаҡта ул ул ТАСС-ҡа “Владимир Путинға 20 һорау” проекты өсөн биргән интервьюһында әйткән.
“Ҡайһы саҡта мин ирекмәндәргә һоҡланыу, күҙ йәштәре аша ҡарайым, сөнки улар ысынында ла бик шәп эшләй”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Ил башлығы билдәләүенсә, йәмғиәттең иң әүҙем берәмеге булған ирекмәндәрҙең һаны Рәсәйҙә бер нисә миллионға еткән. Уның әйтеүенсә, улар төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экология сфераларында “әүҙем,шәп” эшләгән “йәш, эффектив, эшмәкәрлекле кешеләр”.
Читайте нас: