Все новости
Новости
2 Марта 2020, 19:00

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының IV съезы үтәсәк

2020 йылдың апрелендә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының IV съезы үтәсәк. Был турала тейешле указға Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

2020 йылдың апрелендә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының IV съезы үтәсәк. Был турала тейешле указға Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Съезд Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының төбәк йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн уҙғарыла.
Республикала йәшәгән халыҡтарҙың 30-ҙан ашыу милли-мәҙәни ойошмаһын берләштергән ассамблеяның эшмәкәрлеге милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Ойошманың III съезы 2015 йылда уҙғарылғайны.
Читайте нас: