Все новости
Новости
1 Марта 2020, 14:16

Яҙҙың тәүге көнө менән, ватандаштар!

Март айына бәйле һынамыштар:Беренсе мартта көн елле булһа, бөтөн йәй елле булыр.Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы була. Артабан сайтта

Март айына бәйле һынамыштар:
Беренсе мартта көн елле булһа, бөтөн йәй елле булыр. Беренсе мартта көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр. Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы була. Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә. Март - марттың көнө шарт . Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була. Мартта йылы булһа, яҙ һалҡын, елле була. Мартта көн менән төн тиңләшә. Мартта шарт та шорт, апрелдә апырыр ҙа шапырыр. Марттың берендә аяҙ булһа, яҙ буйы аяҙ була. Марттың егерме бишендә һыу ҡатһа, бер аҙналыҡ юлға сыҡ. Марттың шартын апрель сығарыр. Март сыҡмай – дәрт сыҡмай. Март берендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ. Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер. Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр; Көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.
Мәғлүмәт bashkort_balahy_min төркөмөнән
Читайте нас: