Рәсәй Президенты Владимир Путин техник яҡтан алға ыңғай баһалай, шулай ҙа заманса гаджеттар урынына махсус элемтә телефоны менән ҡулланыуҙы хуп күрә. Был хаҡта ул ул ТАСС-ҡа “Владимир Путинға 20 һорау” проекты өсөн биргән интерьюһында әйткән.
Төрлө яңы ҡоролмаларҙың, шул иҫәптән смартфондарҙың килеп сығыуына мөнәсәбәте тураһындағы һорауға яуап биреп, Путин техник прогресты туҡтатып булмауҙы һыҙыҡ өҫтөнә алған. “Һәм туҡтатыу кәрәкмәй ҙә, – тип тә өҫтәгән ил башлығы. Президент өсөн техник алға китеш уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаймы, тигәнгә Владимир Путин: “Миңә уңайлы, сөнки мин уларҙың береһе менән дә ҡулланмайым: миндә башҡа мөмкинселектәр бар”, – тип яуап биргән.
Ҡай саҡта смартфон аша шылтыратыуын, тик бының йыш булмауын да әйтеп үткән. “Миңә махсус элемтә телефоны трубкаһын алыу ҡулайлыраҡ, һәм миңә кәрәкле абонетты табасаҡтар”, – тип аңлатҡан президент.