25 февралдән Өфө археология һәм этнография музейында бөтә донъяға билдәле «сармат алтыны» коллекцияһын ҡарарға мөмкин.
Быға тиклем музей Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтында фәнни база булараҡ эшләне.
«Сармат алтыны» — 1987-1988 йылдарҙа билдәле археолог Анатолий Пшеничнюк Филиппов ҡурғанынан ҡаҙып алған уникаль алтын әйберҙәр археология фәненә шундай исем менән килеп инде. Был табыш донъя әһәмиәтендәге фәнни асыш тип баһаланды. Тап улар Дала Евразияһының ҙур мәҙәни, иҡтисади һәм сәйәси үҙәктәренең береһе булараҡ Көньяҡ Уралға ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итте.
«Бындай хазинаны, ғалимдарҙан тыш, халыҡҡа ла күрһәтергә кәрәк. Республикала йәшәгән һәр кем, һәм һәр ҡунаҡ ошо коллекцияны үҙ күҙҙәре менән күрергә тейеш», — тип яҙҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әхәт Мостафин һүҙҙәренсә, музей эшен асыҡ режимда ойоштороу өсөн һаҡ көсәйтелгән, экскурсия етәкселәре һәм ҡараусылар штаты киңәйтелгән.
Музей К.Маркс урамындағы 6-сы йортта урынлашҡан. Тел: +7 (347) 272-29-79.
Эш ваҡыты: көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем.
Билет хаҡы — 200-400 һум, пенсионерҙарға һәм студенттарға ташлама бирелә.