Все новости
Новости
21 Февраля 2020, 13:45

Бауырҙан торт

Бауыр – файҙалы ризыҡ. Тәмлекәстәр ҡушып, торт һымаҡ бешерһәгеҙ, яҡындарығыҙ яратып ашар.

Бауыр – файҙалы ризыҡ. Тәмлекәстәр ҡушып, торт һымаҡ бешерһәгеҙ, яҡындарығыҙ яратып ашар.
Кәрәк була:
1) 500 грамм самаһы бауыр
2) 2 баш һуған
3) 1 стакан ҡайнаған һөт
4) 3 йомортҡа
5) ҡыҙыл борос, тоҙ
6) 4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы
7) ярты стакан он.
Бауыр менән һуғанды ит үткәргестән сығарабыҙ, ҡайнап һыуынған һөт ҡушабыҙ. Йомортҡа, көнбағыш майы, тоҙ, борос, он һалып, барыһын бергә яҡшылап болғайбыҙ. Ошо шыйыҡсаны йоҡа ғына итеп табаға йәйеп, ике яғынан да бешерәбеҙ.
Эслек:
1) 2 баш һуған
2) 2 кишер
3) майонез йә ауыл ҡаймағы
4) соус
5) тоҙ, борос
6) базилик, әнис, петрушка кеүек тәмләткестәр.
Эслектең барыһын бергә табала ҡыҙҙырып, торт йәймәләре араһына һылайбыҙ. Бешергән саҡта эҫе көйө һалһағыҙ, эслеге һеңеп, һутлы, тәмле килеп сығасаҡ.