Все новости
Новости
20 Февраля 2020, 20:49

Владимир Путин никах төшөнсәһен ир менән ҡатын союзы булараҡ билдәләү дөрөҫ тип иҫәпләй

Рәсәй Президенты Владимир Путин никах төшөнсәһен ир менән ҡатын союзы булараҡ билдәләү дөрөҫ тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта ул ғаилә төшөнсәһе менән ипләберәк булырға өндәне.

Рәсәй Президенты Владимир Путин никах төшөнсәһен ир менән ҡатын союзы булараҡ билдәләү дөрөҫ тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта ул ғаилә төшөнсәһе менән ипләберәк булырға өндәне.
Депутат Ольга Баталина ил башлығының РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереүҙе әҙерләү буйынса эшсе төркөм менән осрашыу барышында ғаиләне ир һәм ҡатын союзы итеп иҫәпләү инициативаһы менән сығыш яһаны.
— Әгәр ҙә ғаилә тулы булмаһа, был осраҡта нимә? Ҡайһы бер нәмәләрҙе аныҡлау кәрәк: никах — ул ир менән ҡатындың союзы, ә ғаиләгә килгәндә әҙерәк кенә икенсерәк».
Владимир Путин әйтеүенсә, ул ил башлығы булған осорҙа Рәсәйҙә «ата-әсә 1 һәм ата-әсә 2» төшөнсәһе барлыҡҡа килмәйәсәк.
Читайте нас: