Все новости
Новости
20 Февраля 2020, 19:33

Владимир Путин Конституцияға йәштәр сәйәсәте хаҡында белдереү индереү идеяһын хупланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституция буйынса эшсе төркөмө менән осрашыу барышында илдең төп законына йәштәр сәйәсәте хаҡында белдереү индереү идеяһын хупланы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституция буйынса эшсе төркөмө менән осрашыу барышында илдең төп законына йәштәр сәйәсәте хаҡында белдереү индереү идеяһын хупланы.
Бындай башланғыс менән эшсе төркөмө ағзаһы, Рәсәй ауыл йәштәре союзы рәйесе Юлия Оглоблина сығыш яһаны.
«Мин һеҙҙең менән килешәм, идея дөрөҫ. Бының өҫтөндә эшләрбеҙ. Ҙур рәхмәт»,— тине Владимир Путин Оглоблина тәҡдименә яуап биреп.
Оглоблина билдәләүенсә, әлегә көндә Рәсәйҙә 14 йәштән 35 йәшкә тиклем 37 млн-ға яҡын кеше йәшәй. Шул уҡ ваҡытта, конституцияла йәштәр һәм йәштәр сәйәсәте тураһында бер тапҡыр ҙа телгә алынмай, был үҙе үк закондар йыйылмаһының тейешенсә формалаштырыу процесының ҡаршылыҡлы характерҙа булыуы тураһында һөйләй, бында федераль закон юҡ, - тип өҫтәне ул, һәм ҡайһы бер региондарҙа был сферала закондар булыуын билдәләне.
Йәштәр йәмғиәт ойошмалары исеменән беҙ йәштәр сәйәсәтенең Рәсәй Федерацияһы һәм субъекттарының берлектәге хакимиәт даирәһе булыуының конституцияла нығытылыуын тәҡдим итәбеҙ. Рәсәйгә координацияланған йәштәр сәйәсәте кәрәклегенә инанғанбыҙ. Ул йәштәрҙең мөмкинлектәренә, уны мәктәп йәшенән профессиональ формалашыуға тиклем яҡлауға йүнәлтелгән булырға тейеш», — тип билдәләне Оглоблина.
Читайте нас: