Все новости
Новости
20 Февраля 2020, 17:50

1 апрелдән социаль пенсия индексациялана

1 апрелдән халыҡтың социаль пенсияһы 6,1% индексацияланасаҡ.

1 апрелдән халыҡтың социаль пенсияһы 6,1% индексацияланасаҡ. Әгәр кешенең раҫланған хеҙмәт стажы юҡ йәки ул хеҙмәт пенсияһын тәғәйенләү өсөн етмәй икән, дәүләт билдәләгән эшкә яраҡһыҙ йәшкә еткәс, уға социаль пенсия тәғәйенләнә. Шулай уҡ инвалидтар, ҡараусыһын юғалтҡан балалар социаль пенсия алырға хоҡуҡлы.
Бер үк ваҡытта, социаль пенсияның тейешле күләменән сығып, саҡырыу буйынса хеҙмәт иткәндәрҙең, хәрбиҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгәндәрҙең, техноген йәки радиация һәләкәттәрендә зыян күргән граждандарҙың һәм башҡаларҙың пенсияһы арттырыла, тип хәбәр итә ТАСС. Индексация күләме уҙған йылдарға ҡарағанда күпкә юғары: 2019 йылда — 2%, 2018 йылда — 2,9%.
Читайте нас: