Все новости
Новости
19 Февраля 2020, 12:55

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына – 75 саҡрым

Өфө тирәләй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саңғы походы ойошторола.

Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола. Уҙыш 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Ара 75 саҡрым тәшкил итә.
Саңғы походына 22 февралдә Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылында старт бирелә. Унан алда тантаналы митинг була. Тәүге көндә саңғысылар Тимашев ҡасабаһына тиклем бара. Артабан, араны үтеүгә ҡарап, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль комплекс янында митингтар ойошторола.
«Акцияла урта һәм өлкән йәштәге, физик әҙерлеге булған кешеләр ҡатнаша ала. Саңғы походына тәжрибәле туристар етәкселек итә», — тип белдерҙеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.
Ойоштороусылар – Владимир Засов исемендәге Хәйриә фонды менән берлектә Өфө ҡала, Орджоникидзе районы Ветерандар советы.
Читайте нас: