Все новости
Новости
17 Февраля 2020, 14:23

Стәрлетамаҡта "Башҡорт теле - заманса тел" тип аталған йыйын ойошторолдо

Стәрлетамаҡта Йәштәр ҡоролтайы барлыҡҡа килгәне бирле йыл һайын йәштәр форумын үткәреү йолаға әйләнеп бара. Былтыр Эльвира Әсфәндийәрова етәкселегендә "Башҡортостан киләсәге - йәштәр ҡулында" исемле сара булһа, быйыл Эльдар Фәттәхов тырышлығы менән "Башҡорт теле - заманса тел" тип аталған йыйын ике йөҙ илленән ашыу делегат йыйҙы.

Сара «Башҡорт теле» йылына арналды һәм бында ҡала башҡорт йәштәре йәшәйеше менән ҡыҙыҡһыныусылар бер майҙанда осрашты. Йәштәр интернет селтәрендә "Koroltai LiVe" ютуб каналын асыуҙары, "Етегән" конкурсын интернетта үткәреүҙә үҙ өлөштәрен индереү хаҡында, берҙәмлек, телебеҙҙе ЗАМАНСА һәм САФ итеп һаҡларға тырышыуҙары тураһындә бәйән итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы һәм дә Стәрлетамаҡ ҡалаһының кураторы Сәлиә Мырҙабаеваның ентекле, мәғлүмәтле сығышы студенттар өсөн фәһемле булды. Форумда шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы йәштәр хөкүмәте рәйесе Ислам Төхвәтуллин, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова, «Ашҡаҙар» гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров сығыш яһаны. Был ҙур сара «Йөрәк һүҙе» проекты авторы Наилә Сәфәрғолованың оҫталыҡ дәресе менән тамамланды.
Башҡорт теле йылына арнап көҙ айҙарында «Йөрәк һүҙе. Стәрлетамаҡ» проектын тормошҡа ашырыу тураһында фекер алышыу әһәмиәтле булды, тип таба ҡала йәштәре.
Читайте нас: