“Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның 7-се томы донья күрҙе. “Китап” нәшриәтендә нәшер ителгән 800 битлек был баҫма академик Ғ.Б.Хөсәйенов етәкселегендә 1990-1996 йылдарҙа әҙерләнгән алты томлыҡтың дауамы. Тәүге ике том боронғо дәүерҙәрҙән 1917 йылғаса, артабанғылары совет осоро, 6-сы том 1990-сы йылдар башы башҡорт әҙәбиәтен анализлаһа, был том башҡорт әҙәбиәте тарихының яңы, 1990-сы йылдарҙан бөгөнгө көндәргәсә үҫеш дәүеренә арналған. Уның йөкмәткеһе быға тиклем баҫылған томдарға ярашлы төҙөлгән: инеш һүҙҙән һуң шиғриәт, проза, драматургия, балалар әҙәбиәте, әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит буйынса дөйөм бүлектәр бирелеп, артабан айырым әҙиптәр ижады хаҡындағы бүлексәләр, йомғаҡлау һүҙе, әҙәбиәт тормошо йылъяҙмаһы урынлаштырылған. Китаптың баш мөхәррире – филология фәндәре докторы М.Х.Нәҙерғолов, мөхәрририәт ағзалары – Р.Т.Бикбаев, А.В.Псәнчин, Ғ,Б.Хөсәйенов, Г.Х.Абдрафиҡова. Баҫма уҡытыусыларға, студенттарға һәм, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәте тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән.