Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө!
Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә белем ала. Бөгөнгө көндә был уҡыу йорто Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала.
1988 йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен ул 1992 йылда ала.