Туҡлыҡлы һәм тәмле был ризыҡты өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яратып ашай.
500 гр. тирәһе фаршҡа әҙ генә һөт һалып, уртаға ярылған һарымһаҡ тештәре, тоҙ-борос өҫтәп, яҡшылап болғатығыҙ һәм ситкә ҡуйып тороғоҙ. Һөт фаршты һутлы, йомшаҡ итә.
Табаны майлап, иң тәүҙә 5-6 эре бәрәңгене ҡалын итмәй генә турап йәйәбеҙ, сама менән тоҙ, борос, тәмләткестәр һибәбеҙ, дүңгәләкләп туралған 3-4 баш һуған һалабыҙ. Ошоларҙың өҫтөнә әҙер фаршты тигеҙләп йәйәбеҙ, түңәрәкләп теленгән 2-3 помидор өҫтәйбеҙ һәм, фольга менән ҡаплап, духовкаға оҙатабыҙ.
170-180 градуслы мейестә 50 минут тирәһе бешерәбеҙ. Бешеп сығыр алдынан өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ.