Фәндең төрлө тармаҡтарында инновация проекттары өҫтөндә эшләгән 25 йәш ғалимға 1 миллион һум күләмендә Башҡортостан Республикаһы гранттары тапшырыла.
Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, еңеүселәр исемлеге республика гранттарына дәғүә итеүгә йәш ғалимдарҙың проекттар конкурсын уҙғарыу буйынса комиссия эше йомғаҡтары буйынса төҙөлгән.