Башҡортостан 2020-2022 йылдарҙа социаль контракттар программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 1,12 миллиард һумдан ашыу – йыл һайын 375,6 миллион һум йүнәлтәсәк.
Аҡсаның төп өлөшө федераль бюджеттан алына, төбәк ҡаҙнаһын берлектә финанслау 2020 һәм 2021 йылдарҙа – 51,2 миллион һум, 2022 йылда 71,5 миллион һум тәшкил итәсәк. Финанслауҙың артыуы ярлылыҡҡа ҡаршы көрәш программаһына күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк: 2024 йылға тиклем йыл һайын – 2 мең, һөҙөмтәлә 10 мең ғаилә ярҙам алырға тейеш. Һөҙөмтәлелек күрһәткесе – йәшәү минимумы дәүмәленән күберәк булған килем.
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, 2014-2019 йылдарҙа 6728 кешегә адреслы ярҙам күрһәтелгән. Айырыуса шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн ҡаралған 50 мең һумлыҡ түләүҙәр менән ҡыҙыҡһыныусылар күп булған . Ауыл ерендә ошо ярҙам сараһын 6570 кеше алған (башлыса улар мал һатып алған). 151 кеше, 100 мең һумға тиклем аҡса алып, шәхси предприятие асҡан, етәүһенә һөнәри белем алыуға бәйле ярҙам күрһәтелгән. Бының өсөн 15 мең һумға тиклем аҡса бүленә. Шулай уҡ программа эш эҙләүгә бәйле ярҙамды ла үҙ эсенә ала, был иһә ҡала халҡы өсөн һөҙөмтәлерәк.