Все новости
Новости
10 Февраля 2020, 14:40

“Ҡара йөҙҙәр” балеты тергеҙелерме?

Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды әҙиптең 140 йыллығына ҡарата “Ҡара йөҙҙәр” балетын тергеҙергә тәҡдим итә.

Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды әҙиптең 140 йыллығына ҡарата “Ҡара йөҙҙәр” балетын тергеҙергә тәҡдим итә.
“Ҡара йөҙҙәр” балетын башҡорт композиторы Халиҡ Заимов рус композиторы Александр Чугаев менән бергә яҙған. Лирик драманың премьераһы 1965 йылда ҙур аншлаг менән үтә. Сценарий нигеҙендә - Мәжит Ғафуриҙың билдәле повесы. Музыка белгесе Сәйҙә Кәримова яҙыуынса, сценаристар Николай Канин һәм Хашим Мостаев төп конфликт итеп мөхәббәт һәм дини фанатизмды алған.
Балетты тергеҙеү хаҡында фонд советы рәйесе Люция Камаева матбуғат кәңәшмәһендә белдерҙе.