Все новости
Новости
5 Февраля 2020, 13:10

1 февралдән дәүләт пособиелары арта

2020 йылдың 1 февраленән балалы граждандарға дәүләт пособиелары, шул иҫәптән бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособие, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеларҙың минималь күләме, шулай уҡ йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаларына иҫәпкә торған өсөн пособие индексацияланды.

Быйыл уларҙың күләме 3 процентҡа арттырылды, тип хәбәр итә Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе. Хәҙер тәүге баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме – 3882 һум 14 тин; икенсе һәм артабанғы балалар өсөн – 7764 һум 27 тин.
Бала тыуғас ата-әсәгә бер тапҡыр бирелә торған пособие – 20 704 һум 74 тин.
Йөклөлөктөң тәүге айҙарында табипҡа иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға түләнгән пособие 776 һум 42 тингә тиклем артты.
Ерләү өсөн пособие ла индексацияланды – 7043 һум 59 тин.
Читайте нас: