Все новости
Новости
27 Января 2020, 11:35

Милли проект сиктәрендә ике яңы мәҙәниәт йорто төҙөләсәк

Йылайырҙа һәм Илеш районының Ябалаҡ ауылында быйыл ике яңы мәҙәниәт объекты сафҡа индереләсәк.

Йылайырҙа һәм Илеш районының Ябалаҡ ауылында быйыл ике яңы мәҙәниәт объекты сафҡа индереләсәк. Төҙөлөшкә аҡса «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә бүленгән. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитетында ошо милли проектты үтәүҙе контролдә тотоу буйынса эш төркөмө ултырышында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина хәбәр итте.
Программа яңы объекттар төҙөүҙе һәм булғандарын ремонтлауҙы күҙ уңында тота. Әйтәйек, 2019 йылда милли проектҡа Башҡортостандан биш мәҙәниәт учреждениеһы инде. Салауат районының Мөрсәлим ауылында яңы клуб һалынды, Түбәнге Ҡыйғы ауылында заманса кинозал асылды, Дыуан һәм Бөрйән райондарында — реновация, Миәкә районында капиталь ремонт үткәрелде.
«Әле төбәк проекттарының 2020 йылға паспорттары раҫлана. Йылайырҙа һәм Илеш районының Ябалаҡ ауылында яңы объекттар төҙөлә. Яңыртылырға тейешле объекттар тураһында мәғлүмәт һуңғараҡ билдәле буласаҡ», — тип билдәләне Наталья Лапшина.
Читайте нас: