Все новости
Новости
22 Января 2020, 16:41

Владимир Путин Липецк өлкәһенә һәм Сочиҙағы “Сириус” белем биреү үҙәгенә эш сәфәре менән бара

Бөгөн, 22 ғинуарҙа, Рәсәй Президенты Владимир Путин Липецк өлкәһенә һәм Сочиҙағы “Сириус” белем биреү үҙәгенә эш сәфәре менән бара

Бөгөн, 22 ғинуарҙа, Рәсәй Президенты Владимир Путин Липецк өлкәһенә һәм Сочиҙағы “Сириус” белем биреү үҙәгенә эш сәфәре менән бара. Был хаҡта Кремль сайтында хәбәр ителә.
Ил башлығы Студенттар көнө уңайынан юғары профессиональ һәм социаль һөҙөмтәләргә өлгәшкән университет алдынғылары һәм уҡытыусылар менән осрашасаҡ. Был көндө Владимир Путин шулай уҡ Липецк өлкәһенең Усман районының социаль инфраструктура объекттары менән танышасаҡ. Эш сәфәре барышында Президент йәмәғәтселек вәкилдәре менән дә осраша, унда граждандарҙы социаль яҡлау буйынса башланғыстар тураһында һөйләшеү буласаҡ.
Читайте нас: