20 ғинуарҙа Владимир Путин Хәүефһеҙлек Советының даими ағзалары менән оператив кәнәшмә үткәрҙе.
Ил Президенты Хәүефһеҙлек Советының даими ағзаларына 19 ғинуарҙа Берлинда үткән Ливия буйынса халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыуы хаҡында һөйләне, сарала ике яҡлы эшлекле бәйләнештәр булдырылыуы тураһында хәбәр итте.
Кәнәшмәлә шулай уҡ илдең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса ағымдағы һорауҙар ҡаралды.