Все новости
Новости
21 Января 2020, 17:15

ИПОТЕКА - 3,5 ПРОЦЕНТ МЕНӘН

Башҡортостанда ”ғаилә ипотекаһы” буйынса ставканы 3,5 процентҡа тиклем кәметеүҙәре ихтимал.

Башҡортостанда ”ғаилә ипотекаһы” буйынса ставканы 3,5 процентҡа тиклем кәметеүҙәре ихтимал. ”Жилстройсбережение” программаһына үҙгәрештәр индереү проекты әҙерләнгән. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының генераль директоры урынбаҫары Евгений Декатов белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, ил халҡының 42 процентының йән башына тура килгән килеме 15 меңдән 35 меңгә тиклем тәшкил итә. Тәүге иғәнәгә аҡса булмағанда ипотека алыуы ҡыйынлаша. Был программала 18 йәштән өлкән кешеләр ҡатнаша ала. Программала ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта.
Әлеге ваҡытта 7,5 мең кеше торлаҡ өсөн аҡса туплай. Республиканың торлаҡ-төҙөлөш баҙарындағы средстволар күләме 3,5 миллиард һумға яҡынлашҡан. 2017 йылдың июненән ипотеканы 7 процент ставкаһы менән бирҙеләр, программанан ике меңдән ашыу кеше файҙаланып өлгөрҙө.
Читайте нас: